Һүтәбеҙ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Һүтәбеҙ


Беҙҙең өй - өймө ни,
Тинеләр бер заман,
Йорт тотҡан ирҙәрҙе һүктеләр,
Яңыһы кәрәк, тип,
Еллеһе кәрәк, тип,
Нигеҙҙе бергәләп һүттеләр.
Ауҙы ил, ҡоланы,
Таралды таяуҙар,
Ҡоршалмай, ялғанмай ярсыҡтар,
Ил ине - ни ҡалды,
Ни күреп, ни алдыҡ,
Тип шул саҡ ҡарғанды ҡарсыҡтар.
Түҙәйек, төҙөйөк,
Һынмайыҡ, тынмайыҡ,
Тинек тә тағы ил нығыттыҡ.
Ни мәлдә, ни хәлдә
Ауғанын күтәрҙек -
Берәүҙәр тағы ла онотто.
Тағы ла табыла
Сыраҡтан ҡалғандар*:
Беҙҙең ил - илме ни, имеш тә!
Буйратып һыуҙарҙы,
Болғатып донъяны,
Фетнәләр был яҡҡа килештә.
Тағы ла һүтәйек,
Тағы ла көтәйек,
Үрттән һуң урмандар үҫерен.
... Бер һүтеп, бер өйөп
Булашҡас туҡтауһыҙ,
Мантымай илебеҙ, бүҫереп.
Ил һүткән арала
Мөлкәт тә тарала
Күҙ ҙә юҡ, ҡолаҡ та – “хөрриәт”!
Керергә өй ҙә юҡ,
Төҙөргә көй ҙә юҡ,
Йәшәү юҡ - бары тик бар ниәт!


2012